Башҡортостан агросәнәғәт кластеры Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына инде

- Беҙ ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр үҫеше өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ. Улар Рәсәй һәм халыҡ-ара баҙарҙа конкуренцияға һәләтле булырға тейеш. Төп маҡсат - дөйөм бурыстарҙы хәл итеү өсөн берләшеү, халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, - тине Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры  вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев. Яңы кластер биш предприятиены  берләштерҙе.