"Беҙҙең бренд" фестивалендә иң яҡшы аҙыҡ-түлек өлгөләре билдәләнә

Махсуслаштырылған күргәҙмә барышында дегустация конкурсы уҙғарыла. Еңеүселәр 12 номинацияла асыҡлана. Ит, һөт, икмәк продукцияһы, эсемлектәр һәм башҡа ризыҡ баһалана. Иң яҡшылар миҙалдар менән бүләкләнә, тауарҙарына сифат тамғаһы беркетелә. Аҙыҡ-түлек  фестивале 28 ноябрҙә  башлана, тип хәбәр итәләр хөкүмәттән.