Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проект ярҙамында төҙөкләндерелде. Район халҡы был объектты берҙәм тауыш биреү юлы менән һайлаған. Паркта йәйәүлеләр һуҡмағы барлыҡҡа килгән, асфальт һалынған, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, ял итеү өсөн эскәмйәләр урынлаштырылған. Республикала быйыл 120-нән ашыу йәмәғәт биләмәһе яңыртылған.