Был маҡсатта улар тәүгә «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһына ҡушылған. Ауыл үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары менән дан тота. Бында илдең төрлө нөктәһенән дауаланыу өсөн киләләр.
Яңы Бикташ ауылы геройҙары бер таҡтаташта. Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшеп, яу яланында ятып ҡалған 80-дән ашыу яугир исеме. Ҡайһы бер ғаиләләрҙең фронтта һәләк булған бер нисә туғаны бар.
Стела 1978 йылда уҡ ҡуйылған булған. Ваҡыт үтеү менән таш мемориал ел-ямғырҙан ярайһы таушалған. Әлегә тиклем исемлектә тик фронтта һәләк булыусылар ғына теркәлһә, төҙөкләндереү барышында ауылдаштар еңеү менән ҡайтыусы ветерандарҙың да исем-шәрифтәрен өҫтәргә теләй.
Яңы 2025 йылда Яңы Бикташ ауылына нигеҙ һалыныуға 425 йыл тула. Районда иң боронғо ауылдарҙың береһе Әүлиә ҡәбере һәм өс йөҙ йыллыҡ тал ағасы менән билдәле. Был яҡтарҙа тәбиғәт ҡомартҡыларын килеп күргәндәр күңел тыныслығы ала, сирҙәренән ҡотола тигән инаныу ҙа бар. Шуғалырмы, ауылдан туристар өҙөлмәй.
Дәүләт программаһында тәүгә ҡатнашҡан Яңы Бикташтар конкурста еңеп сығырға өмөтләнә. Маҡсаттарына ирешеп, бының менән генә туҡтарға йыйынмайҙар.
Рәзилә Ғилметдинова