Өфөлә Әсә көнөндә яңы ғына әсәй булған гүзәл заттар тәбрикләнде


Әсә көнөндә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә яңы ғына әсәй булған гүзәл заттар тәбрикләнде. Уларға медицина учреждениеһы һәм төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүләктәр тапшырылды. Бәхетле исемлектә Әсә көнән тәүгә билдәләгән Валерия Воробьева ла бар ине. Байрам алдынан йәш ғаилә уллы булған.


Перинаталь үҙәктә беҙҙе дуҫтарыбыҙ ҡаршы алды. Өйҙә туғандарыбыҙ көтә. Әсәй булыу бәхетенә һөйөнөп бөтә алмайым, улыбыҙға яҡшы тәрбиә бирербеҙ тип ышанам. Исемен дә һайланыҡ - Илья.

Валерия Воробьёва