Салауатта етешһеҙлектәр менән файҙаланыуға тапшырылған ихата тиҙ арала ҡала иҫәбенә тәртипкә килтерелергә тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урындағы хакимиәт һәм төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын йәнә тәнҡит утында тотто. Оператив кәңәшмә барышында «Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек 20-cе форумы»на әҙерлек барышы ла ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта БСТ телеканалының туризм өлкәһендәге проекты маҡтап телгә алынды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне ҡотлау һүҙҙәренән башланы - БСТ каналының «Башҡорт каникулдары» проекты «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында еңеү яуланы. Республиканың хозур тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән таныштырған тапшырыу өҫтөндә көслө команда эшләй. Төбәк етәксеһе сифатлы һәм һөҙөмтәле эш өсөн проект атворҙарына рәхмәтен белдерҙе.
Өфөлә Белоруссияның генераль консуллығын асыу планлаштырылған. Сит ил эштәре министрлығы тарафынан тәҡдим хупланған, килешеү процесы бара. Был турала оператив кәңәшмәлә Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе Артур Карпович хәбәр итте. Декабрҙә дипломатик миссияһы тамамланыуға бәйле ул дүрт йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан менән Белоруссия араһында туғандарса дуҫлыҡ һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн төбәк етәксеһенең Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнде.
Иртәгә Өфөнөң Көрәш һарайында Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы башлана. Ҙур эшлекле программа, битуби форматындағы осрашыуҙарҙан тыш, майҙанда халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, гастрономия фестивале, төрлө мәҙәни-спорт саралары уҙғарыла.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Транспорт форумында ҡатнашыу һөҙөмтәләре менән дә таныштырҙы. Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән берҙәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралған, М-5 һәм М-7 трассаларын киңәйтеү ваҡыты ла билдәнгән.
Оператив кәңәшмәлә Салауат ҡалаһы хакимиәте менән Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тәнҡит һүҙҙәре лә яңғыраны. Уҙған аҙнала төбәк башлығы Радий Хәбиров республиканың көньяғына эш сәфәре барышында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ихатала булып, эш һөҙөмтәләренә ризаһыҙлығын белдергәйне. Ихатаны тиҙ арала тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылды.
3 декабрҙә Башҡортостан башлығының Тура линияһы үтә. Ғәҙәттәгесә унда республикала йәшәүселәрҙе борсоған һорауҙар, мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Оператив кәңәшмә барышында төбәк етәксеһе район-ҡала башлыҡтарын бәйләнештә булырға саҡырҙы, «Һеҙҙең эшегеҙ тураһында һөйләйәсәктәр»,-тине Радий Хәбиров.
Гөлназ Хәйбуллина