Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Ҡаҙағстан бөгөн» исемле фото күргәҙмәһен асыу һәм «Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре» йыйынтығының презентацияһы үтте. Сара Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә ойошторолдо. Шулай уҡ, бөгөн Халыҡ-ара һөнәрселек академияһы президенты Ырза Турсынзада башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн тегеү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ике туғандаш халыҡтың мәҙәниәте тағы ла яҡынайҙы, тип әйтергә була. Ҡаҙағстан һәм Рәсәй 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә башҡорт телендә нәшер ителгән «Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре» йыйынтығы киң тамашасыға тәҡдим ителде. Тәржемә авторы Миләүшә Ҡаһарманова.
Бәләкәйҙәр өсөн китап, тәү сиратта, башҡа милләттең ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу, тәрбиә биреү йәһәтенән баҫтырылды, тине Ҡаҙағстандың Ҡазандағы генераль консулы. Баҫма Милли китапхана фондында һаҡлана, уны теләгән һәр кем уҡый ала. Бынан тыш, сарала «Ҡаҙағстан бөгөн» фото күргәҙмәһе асылды. Фотограф Павел Теняковтың ижад емештәре туғандаш республиканың тәбиғәтен, мәҙәниәтен, иҫтәлекле урындарын сағылдыра. Күргәҙмә менән 6 декабргә тиклем танышырға мөмкин.
«Ижад» күргәҙмәләр залында иһә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Уны Ҡаҙағстан ҡунағы Ырза Турсынзада үткәрҙе. Ханым халыҡ ижады менән генә түгел, уны нисек трендҡа әйләндереү тураһында уйлай. Урындағы оҫталарға ул әйберҙе ҡыҙыҡлыраҡ итеп тегеү буйынса төрлө ысулдар күрһәтте. Халыҡ һөнәрселеге ҡиммәте буйынса баһаланып бөтмәгән әле, тигән фекерҙә ул.
«Ағиҙел» предприятиеһы менән Башҡортостандың һөнәрселек палатаһы ярҙамында ойошторолған оҫталыҡ дәресендә 20-гә яҡын гүзәл зат ҡатнашты. Надежда Кубасова биш йыл тирәһе ағас һәм тимерҙән биҙәүестәр эшләү менән шөғөлләнә. Оҫталыҡ дәресендә ул үҙе өсөн хас булмаған шөғөл - туҡыма менән эшләү нескәлектәренә төшөндө. Маҡсат - диван өсөн милли мотивтағы япма тегеү.
Сараларҙың барыһы ла Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә ойошторолдо. Күләмле ваҡиға иртәгә башланып, ике көн дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова