Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны тәүлек әйләнәһенә тиерлек Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Экипаждар көнөнә ике-өс тапҡыр атыу позицияларына сыға. Һуңғы арала улар тура наводка менән дә ата. Был иһә дошман нығытмаларын йөҙ процентҡа тар-мар итеү мөмкинлеге бирә. Танкистар эше тураһында Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Батальон урынлашҡан ергә барып етеү менән беҙҙе атыу позицияһына йүгертәләр. Дошман «ҡошсоҡтарынан» һаҡлау өсөн ҡушкөбәк мылтыҡ менән «Андрюха» ҡушаматлы яугир оҙатып бара.
Разведка коптерҙары нацистар тупланған ерҙе асыҡлаған. Танк экипажы тиҙ арала уңайлы урын табып бер нисә снаряд осора.
Танк ни тиклем генә яҡшы йыһазландырылмаһын, хәҙерге шарттарҙа антидрон төркөмһөҙ атыуға сығыу мөмкин түгел. Яугирҙар автоматтарҙан да нацистарҙың ҡошсоҡтарын бәреп төшөрә ала.
Танктар атыу позицияларына бер юл менән барһа, ҡайтҡанда дрон-разведчиктарҙы эйәртмәҫ өсөн икенсе юлдан. Хәрби задание теүәл үтәлде, ти наводчик..
Айнур Кәбиров