Өфө медицина колледжы студенттары махсус хәрби операция госпиталдәренә хирург салфеткаларын әҙерләй


Бәйләү материалдарын улар марля туҡымаһынан билдәле төрлө ҙурлыҡта махсус технология буйынса эшләй. Салфеткалар Өфө медицина учреждениеларының береһендә стерилләү үткәс, гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына оҙатыла. Колледж студенттарының яугирҙарға ярҙамы бының менән генә сикләнмәй. Улар ирекмәнлек эшен алып бара, шулай уҡ адреслы ярҙам да күрһәтә. Был сараларҙа студенттар менән бергә уларҙың ата-әсәләре лә ихлас ҡатнаша.