Өфөлә Кусимовтар һәм Мирхәйҙәровтар нәҫелдәренең шәжәрә байрамы үтте


Быуындар сылбырын тергеҙеп. Өфөнөң Актерҙар йортонда Әбйәлил районының арҙаҡлы нәҫелдәре - Кусимовтар һәм Мирхәйҙәровтар шәжәрә байрамын үткәрҙе. Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына һәм Әсә көнөнә арналған. Быуындар бәйләнешен нығытыу, ата-бабаларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, йәштәрҙе таныштырыу маҡсатында ойошторолған шәжәрә байрамы тарихи ваҡиғаларға ла, ижади сығыштарға бай булды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Актерҙар йортоноң оло сәхнәһен Кусимовтар һәм Мирхәйҙәровтарҙың йылы, халыҡсан сығыштары биҙәй. Ике нәҫел дә Әбйәлил районында ғына түгел, тотош республика кимәлендә бөйөк, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовмы, бар ғүмерҙәрен милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлауға күп көс һалған бер туған Таңһылыу, Азия, Альбина Кусимовалармы, фәнгә хеҙмәт иткән Салауат Кусимовмы - һәр береһенең исеме Башҡортостан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Йәш быуын данлыҡлы шәхестәребеҙҙе белергә, быуындар бәйләнешен юғалтмаҫҡа тейеш, ти Альбина Хажим ҡыҙы.

Кусимовтар һымаҡ Мирхәйҙәровтар ғаиләһе лә күренекле шәхестәре менән дан тота. Был нәҫел халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлаған сәсәндәре, халыҡ сәләмәтлеге һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәре менән билдәле. Ата-бабаларының юлын әлеге быуын да лайыҡлы дауам итә. Мөғәлләм, Илсен, Марсель Мирхәйҙәровтар башҡорт халыҡ йырҙарын, тау, йылға-күл атамаларының боронғо варианттарын яҙып алып йәш быуынға тапшыра.

Өфөлә данлыҡлы нәҫелдәрҙең шәжәрә байрамын үткәреү тәҡдимен журналистика ветераны Самат Фәйзуллин күтәреп сыға. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был күркәм башланғысты артабан да дауам итеү ниәте бар. Сөнки Әбйәлилдә, республика үҫешенә тос өлөш индергән, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан ғаиләләр күп.

Шәжәрә байрамында ҡатнашыусылар ата-бабаларының тарихы тураһында һөйләне, үҙҙәре менән таныштырҙы. Сара йыр-моң, ижади сығыштар менән үрелеп барҙы. Шәжәрә байрамы әрүахтар рухына ҡорбан ашатыу менән тамамланды.

Рәмзиә Кәримова