Артистар «Ел тыуҙырған моң» тип исемләнгән концерт программаһы менән илдең 11 төбәгендә сығыш яһаған. Яр Саллы һәм Йошкар-Ола ҡалаларында оркестр сығыштәры тәүгә үткән. Башҡорт музыканттары 8 мең саҡрымға тиклем юл үтеп, 20 сәғәт эсендә 243 композиция башҡарған. Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Росконцерт» федераль программаһы буйынса тормошҡа ашырылған гастролдәр Силәбелә тамамланды. Тамашасылар концерт бөткәс тә таралырға ашыҡманы. Туған моңдарға һыуһаған милләттәштәребеҙ музыканттарҙан ҡабат-ҡабат милли музыка ҡоралында уйнауҙарын һораны, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.