Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан 30 йылдан ашыу сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтә

1993 йылда республикалар араһында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тураһында килешеү төҙөлә. Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе. Республикалар араһында сауҙа үҫеше арта. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы хеҙмәттәшлекте киңәйтергә мөмкинлек бирә.“Ҡаҙағстан беҙҙең өсөн туғандаш республика. Ошондай йыйындар илдәрҙе, уларҙың төбәктәрен иҡтисади һәм рухи яҡтан да нығыта” тигән фекерҙә Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иртәгә Рәсәй президенты Владимир Путиндың дәүләт сәфәре менән Ҡаҙағстанға килеүе көтөлә. Ил башлыҡтары видеоконференция тәртибендә Өфөлә уҙған Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша.