МХО-ла ҡатнашыусыларға бирелә торған түләүҙе Росгвардия хеҙмәткәрҙәре лә ала

Уның суммаһы  400 мең һум. Ил президенты Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Түләүҙәр 1 августан контракт төҙөүселәр өсөн ҡаралған. Указ көсөнә  инде. Быйыл Башҡортостанда Оборона министрлығы  менән контракт төҙөүселәргә  түләүҙәр арттырылды.