Ҡыш Бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты

Был турала Рәсәй тимер юл компанияһынан хәбәр итәләр. Поезд ил ҡалаларында туҡталыш яһай. Тәүгеһе Тайшет станцияһында булды. 24 декабрҙә Ҡыш Бабай Стәрлетамаҡ һәм Салауатҡа килеп етә, 25-ендә Өфөлә була. Ойоштороусылар билетты алдан алыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Тулы мәғлүмәт менән социаль селтәрҙәрҙә “Ҡыш Бабай поезы” проекты төркөмөндә һәм Рәсәй тимер юлдары сайтында танышырға мөмкин. Былтыр Өфөлә байрам поезын ҡаршылау сараһында 13 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.