Бәләбәй районында 10 километрҙан ашыу юл ремонтланды

Бәләбәй-Туймазы-Баҡалы трассаһының бер өлөшө тәртипкә килтерелде. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы  башҡарылды.  - Был юл өс районды тоташтыра. Хәрәкәт тығыҙ, көн һайын  3 мең машина үтә, - тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл  хужалығы  министрлығынан.