Өфөлә 2025 йылда парк һәм скверҙар тәртипкә килтерелә

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Киләһе йылда Ленин паркында ремонт башлана. Гастелло һәм Миҙхәт Шакиров исемен йөрөткән скверҙар реконструкциялана. Театр урамында заманса йәйәүлеләр биләмәһе булдырыла. Цюрупа, Достоевский, Карл Маркс, Киров һәм Чернышевский урамдары төҙөкләндерелә. - Муниципалитеттар менән биләмәләр үҙенсәлектәрен өйрәнеп  урындарҙа тәҡдимдәрҙе ҡарай башлайбыҙ, - ти Радий Хәбиров.