Учалы районындағы «Тыл хеҙмәтсәндәре» тиҫтәләгән маскировка селтәре алғы һыҙыҡҡа ебәргән

Бер нисә кешенән башланған хәрәкәт хәҙер йөҙҙән ашыу кешене берләштерә. Учалы районындағы «Тыл хеҙмәтсәндәре» тиҫтәләгән маскировка селтәре, окоп шәмдәре эшләп алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Бынан тыш, госпиталдәр өсөн дә гуманитар ярҙам туплайҙар. Ирекмәндәр хәрәкәтендә, башлыса, хаҡлы ялдағылар ҡатнашаң. Учалы ҡалаһында йәшәүселәрҙән тыш, Оҙонгүл, Ҡобағош, Сораман, Баттал, Озерный, Мансур ауылдары халҡы ҡушыла. Маскировка селтәрен үреү нескәлектәренә интернет аша өйрәнеп, үҙҙәре өсөн еңел ысул - «галстук» техникаһын табып ала.

Маскировка селтәрҙәрен Учалыла йәшәүсе Марат Атаманов аша оҙаталар. Ир үҙ транспортында гуманитар миссия менән Донбасҡа йөрөй. Тәүҙәрәк ылауҙы ҡатыны менән икәү туплайҙар. Һуңынан ирекмәндәр төркөмө лә ҡушыла. Марат Атамановтың махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән улы быйыл йәй батырҙарса һәләк булған. Шуға күрә лә яугирҙарға ярҙам итеүҙе, изге бурысыи тип һанайым, ти Марат Атаманов.