Халыҡ-ара форум сиктәрендә дуҫтарса хоккей матчы үтте

Боҙға Башҡортостандың «Салауат Юлаев» һәм Ҡаҙағстандың «КулагЕр-СКО» ветерандар командалары сыҡты. Юлаевсылар составында танылған уйынсылар, спорт мастерҙары булһа, ҡунаҡтар коллективында - Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең төп хоккей клубы ветерандары уйнаны. Матчты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы төбәктең спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов сәләмләне. Унан һуң хоккейсылар дөйөм фото яһап, символик рәүештә шайбаны ырғытты һәм уйынды башланы.