Күрһәткестең, былтырғы менән сағыштырғанда, артыуы күҙәтелә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә ярашлы, айырыуса компьютер мәғлүмәттәре өлкәһендә мутлашыуҙар күбәйгән. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә Рәсәй банкы һәм банктар берләшмәһе тарафынан мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары ҡулланып башҡарылған енәйәттәргә ҡаршы күрелгән саралар ҡаралды. Халыҡты иҫкәртеүҙе әүҙемләштереү, ҡануни яҡтан контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды.
Эшсе төркөм составында депутаттарҙан тыш, яуаплы министрлыҡ-ведомство етәкселәре, банк хеҙмәткәрҙәре, юристар, психологтар ҙа бар. Һуңғылары ултырыш сиктәрендә кибермутлашыу ҡорбандарының социаль-психологик портреты тураһында һөйләне.