Һәр яугир миңә үҙ улым кеүек. Был турала Саҡмағош районы Зәмәй ауылында йәшәүсе Зөлфиә Ғәтиәтуллина белдерҙе. Ул быйыл көҙ гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашып, ылау составында Донбасҡа барып ҡайтҡан. Зөлфиә Фәнис ҡыҙының улы Эдуард Ғәтиәттулин - ҡаһарманлыҡ, тыуған илгә һөйөү өлгөһө. Махсус хәрби операцияла ул һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ үлемесле йәрәхәт ала. «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән яугирҙың әсәһе менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Улының 8 март байрамы менән ҡотлап биргән открыткаһын Зөлфиә ханым ҡәҙерләп һаҡлай. Тыуған көнөмә бүләк иткән йомшаҡ уйынсыҡ та һәр ваҡыт үҙем менән, машинала алып йөрөйөм, ти ул. Эдуард Ғәтиәтуллин яҡты донъя менән хушлашһа ла, уның менән бәйле үлемһеҙ иҫтәлектәр ҡалған.
Эдуард Ғәтиәтуллин 2002 йылдың 17 майында тыуған. Бала саҡтан уҡ армия ҡул көрәше, конькиҙа йүгереү спорты һәм кикбоксинг менән шөғөлләнеп, үҙ оҫталығын камиллаштыра. Дуҫтар, туғандар алдында гитарала уйнап, йырҙар ҙа башҡара. Мәктәп, колледж, армия... Хәрби бурысын Алыҫ Көнсығыштағы Уссурийск ҡалаһында мотоуҡсылар полкында үтә. Армиянан һуң бер йыл үткәс, контракт төҙөп махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Әммә «Малой» ҡушаматлы яугирға тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу яҙмай. Ул Запорожье өлкәһендәге ВербовОе ауылы оборонаһы ваҡытында һәләк була.
Фронтта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙға үлгәндән һуң «Батырлыҡ ордены» бирелә. Награданы уның әсәһенә тапшыралар. Зөлфиә Фәнис ҡыҙы хәҙер ирекмәнлек менән шөғөлләнеп, гуманитар миссия составында Донбасҡа йөрөй.
Яу яланында яҡташтарыбыҙ ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсө, тыуған илгә һөйөү һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтә. Эдуард Ғәтиәтуллиндың яҙмышы ла йәштәштәренә, үҫеп килгән быуынға өлгө булып тора.
Әлфинә Килдейәрова