Башҡортостандан 50 кеше «Рәсәйҙең почетлы доноры» булды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 40 һәм унан да күберәк тапҡыр ҡан тапшырған донорҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.
Республика ҡан тапшырыу үҙәгенең баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, «Рәсәйҙең почетлы доноры» исеменә йыл һайын 600-ләп кеше лайыҡ була. Уларҙың күбеһе тәүҙә туғандары һәм яҡындарына донор була. Һуңынан йөҙләгән кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итәләр.
Донорҙар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры хеҙмәткәрҙәре лә ошондай акцияларҙа даими ҡатнаша.