Сарала юбилярҙар ҙурланды, райондың әүҙем ағзалары билдәләнде. Райондың тиҫтәгә яҡын абруйлы вәкиленә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Баймаҡтарҙың ихласлығы бер-береһе менән күрешкәндә үк күҙгә салына. Концерт залында ла байрам рухы. Яҡташтар оҙаҡ көтөп тормай, майҙан уртаһына бейеүгә төшә - срашыуҙар һағындырған.
Сараға Баймаҡ районында тыуып үҫкән һәм әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәгән яҡташтар саҡырылғайны. Улар өсөн хатта республиканың иң ҙур концерт залы ла тар.
Баймаҡтар кесе ватаны менән хаҡлы рәүңештә ғорурлана. Сөнки Баймаҡ ере күркәм тәбиғәте менән генә түгел, тәү сиратта арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота.
Баймаҡтар мәҙәниәттә лә, әҙәбиәттә лә, иҡтисадта ла үҙҙәрен һынатмай. Урал аръяғының терәк төбәге йылдан-йыл үҫешә. Яңы социаль объекттар асыла, инфраструктура камиллаштырыла. Шул иҫәптән ситтәге яҡташтар ярҙамында. Йәштәр ҙә ҡалышмай, район эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.
Осрашыуҙа Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы булдырған Зәкәриә Аҡназаров исемендәге махсус премия лауреаты билдәләнде. 50 кандидат араһында еңеүсе итеп Фирғәт Байрамғолов танылды.
Баймаҡ яҡташтар берлеге республикала иң өлкән һәм ҙур ойошмаларҙың береһе. Бөгөнгәсә ул баш ҡалала әүҙем эшләп килә. Әйткәндәй, яңыраҡ Баймаҡ районында яңы башлыҡ һайланды. Өфөләге яҡташтар ҙа яңы етәксегә ярҙам итергә әҙер. Сөнки районды үҫтереү уртаҡ маҡсат.
Рәзилә Ғилметдинова