Рәсәй ҡануниәтендә "студент ғаиләһе" тигән төшөнсә булдырыла

Дәүләт Думаһында "Йәштәр сәйәсәте тураһында" законға  төҙәтмәләр ҡабул ителгән. Документ авторҙары 35 йәшкә тиклемге, рәсми никахта булыусы, бала тәрбиәләүсе, урта һәм юғары уҡыу йорттарында белем алыусы ғаиләләргә ярҙам итеү башланғысы менән сыҡты. Мәғариф министрлығы  мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә ВУЗдарҙа ғына 22 мең студент ғаиләһе белем ала.