Омск өлкәһе губернаторы Өфөгә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына килгән. Ике субъект етәкселәре иҡтисадта һәм социаль өлкәлә үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, нефть химияһы сәнәғәте үҙ-ара мөнәсәбәттәр үҫешенең яҡшы нөктәһе булырға мөмкин. «Беҙ шулай уҡ сауҙа әйләнешен арттырыу менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ, айырым алғанда, ауыл хужалығы продукцияһы сегментында», - тине төбәк башлығы.
Бынан тыш, фәнни-мәғариф учреждениеларының хеҙмәттәшлек өлкәһендәге проекттар ҙа яҡшы һөҙөмтә бирергә мөмкин. Виталий Хоценко Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен юғары баһаланы. Ул республика делегацияһын төбәк мөмкинлектәре менән яҡындан танышыу һәм партнерлыҡтың яңы йүнәлештәрен билдәләү өсөн Омск өлкәһенә саҡырҙы.