Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында дүрт ҙур сәнәғәт проекты тормошҡа ашырыла


Ышаныслы партнерҙар. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында дөйөм хаҡы 350 миллион доллар тәшкил иткән дүрт ҙур сәнәғәт проекты тормошҡа ашырыла. Был турала форумдың предприятиелар кооперацияһына арналған панель сессияһында билдәләнде. Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министрлығы вәкилдәре билдәләүенсә, иң ҙур проекттарҙың береһе - титан-цирконий мәғдәнен сығарыуға бәйле. Шулай уҡ мебель сәнәғәте, теген производствоһына бәйле проекттар ҙа бар. Эшлекле осрашыуҙа етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, субсидия алыу мөмкинлектәре ҡаралды. 

Федераль спикерҙар, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән делегациялар республикала ойошторолған форумды юғары баһалап, Башҡортостандың иҡтисади яҡтан үҫешкән булыуын билдәләне. Сара майҙансығында B2B форматында осрашыуҙар уҙғарылыуы ла бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр аса.