Һәйкәл Ағиҙел ярындағы «Самолет» паркында ҡуйылды. Тантанаға төрлө йылдарҙа диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр саҡырылды. Диңгеҙселәргә мемориал Кушнаренко районы хәрби диңгеҙ флоты ветерандары берләшмәһе тәҡдиме менән төҙөлә. Идеяны муниципалитетта ла хуплайҙар. Һәйкәл тулыһынса хәрби диңгеҙ флоты ветерандары һәм яҡташтарҙан йыйылған хәйриә ярҙамы аҡсаһына төҙөлгән.