Быйыл диңгеҙселәр йыйыны 20-се тапҡыр ойошторолдо. Йола буйынса был көндө буласаҡ диңгеҙселәрҙе кадеттар сафына ҡабул итеү уҙҙы. Барлығы 200 уҡыусы Тыуған илгә тоғролоҡҡа ант бирҙе. Уларға байраҡтар тапшырылды. Ғәмәлдәге кадеттар сираттағы вице хәрби исемдәр, миҙалдар һәм билдәләргә лайыҡ булды. Сарала шулай уҡ әүҙем ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ҙа билдәләнде.