Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенең яңы юлдары билдәләнде


Бөгөн Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашыу өсөн Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Аппарат етәксеһе Ғәлимжан Койшыбаев етәкселегендәге ҙур делегация килде. 

Баш ҡала аэропортында сит ил вәкилдәрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Ҡунаҡтар көндөң тәүге яртыһында Республика менән идара итеү үҙәгендә булды. Билдәле булыуынса, берҙәм һанлы платформа төбәк йәшәйешенең бар тармаҡтарын үҙ эсенә алған. Ғәлимжан Койшыбаев әйтеүенсә, республиканың ҡайһы бер уникаль эшләнмәләре, шул иҫәптән Ҡаҙағстан өсөн айырыуса көнүҙәк булған - ташҡынды күҙаллау һәм урман янғындарын күҙәтеү системаһы иғтибарҙы йәлеп итә. Сит ил вәкилдәрендә шулай уҡ Башҡортотсандың сүп-сар сығарыу тәжрибәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында сит ил вәкилдәре Өфө фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүләт медицина һәм Өфө дәүләт нефть техник университпеттарының алдынғы лабораториялары менән танышты. Радий Хәбиров ҡунаҡтарға кампус һәм донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәген артабан үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Башҡортостан башлығы Ғәлимжан Койшыбаев менән осрашыуҙа иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө өлкәләрендә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү мәсьәләлен тикшерҙе. Радий Хәбиров ике яҡлы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне.