Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәсми ҡунаҡтар менән бергә форум майҙансығында ойошторолған берҙәм проекттар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләрен ҡараны. Шулай уҡ ике ил дизайнерҙарының эштәре менән танышты. Сәнәғәт, иҡтисад, мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалы.
Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тормошҡа ашырылған Берҙәм проекттар күргәҙмәһе эшләне. Рәсми ҡунаҡтар «Сибай-Подольск-Яңы Рудный» тимер юлы төҙөлөшө буйынса тормошҡа ашырылған инвестиция проекты менән танышты. Ул сит илдәр менән экспорт-импорт логистикаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Төҫлө металл ятҡылыҡтары араһында ла бәйләнеш булдырыла.
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тәрән һәм һөҙөмтәле бизнес-бәйләнештәр булдырыу өсөн тейешле инфраструктура булдырылған, юл картаһы буйынса саралар планы ла уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ҡаҙағстан - Башҡортостан өсөн ышаныслы социаль-иҡтисади партнер. Тауар әйләнеше лә йылдан йыл артыуы күҙәтелә. Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында ғына күрһәткес яҡынса 330 млн долларға еткән. Иң ҙур проекттарҙың береһе - химия сәнәғәтенә бәйле.
Федераль спикерҙар, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән делегациялар республикала ойошторолған форумды юғары баһалап, Башҡортостандың иҡтисади яҡтан үҫешкән булыуын билдәләне. Агросәнәғәт комплексынан креатив индустрияларға тиклем - сара сиктәрендә «Эшлекле бәйләнештәр биржаһы» ла эшләне. Ике көн эсендә бизнес-берләшмә вәкилдәре өсөн В2В форматында ярты меңдән ашыу осрашыу уҙғарылған, мөһим килешеүҙәр төҙөлгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәсми ҡунаҡтар менән ике илдең халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен дә ҡараны. Форум майҙансығында Рәсәйҙең ун төбәгенән алтмышҡа яҡын ойошма үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Кейеҙҙән баҫылған, тиренән, ағастан, балсыҡтан эшләнгән, сигелгән, сүкеп яһалған әйберҙәр - экспозицияларҙа башҡорт кәсепселәренең дә эштәре күп. Теләүселәр көн дауамында оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды.
Ҡаҙағстандан килгән рәсми делегация форум майҙансығында Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан менән мөһим килешеүҙәр төҙөлөүен билдәләне. Эшлекле осрашыуҙар араһында ҡунаҡтар иҫтәлеккә сувенирҙар ҙа алып өлгөрҙө.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың иң яҡшы дизайнерҙарын берләштергән мода күрһәтеү сараһы - мәҙәни программаның иң сағыу өлөшө булды. Авторҙар милли һәм заманса стилдәрҙә тегелгән кейемдәрен тәҡдим итеп, еңел сәнәғәт ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина