Учалы районында һигеҙ йыл эсендә 17 фельшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән


Ауылдарға заманса медицина ярҙамы. Учалы районында «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында һигеҙ йыл эсендә 17 фельшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Йыл аҙағына тиклем тағы 2 ФАП файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Уларҙың береһе Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында. Төҙөлөш октябрь аҙағында башлана. Бер ай эсендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сыға, инженер селтәрҙәре, канализация үткәрелә. Яңы бинала пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре ҡаралған. Быға тиклем ФАП 90-сы йылдар башында төҙөлгән өйҙә урынлашҡан була. Уны утын менән йылытып торорға, пациенттарҙы ҡабул иткән арала һыу ташырға тура килгән. Урындағы фельдшер Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол һәм Ҡалуй ауылдарында йәшәүсе 500-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.

Йыл аҙағына тиклем ошондай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты Баттал ауылында ла сафҡа инәсәк. Бынан тыш, «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә Учалы үҙәк район дауаханаһында балалар поликлиникаһы төҙөлөшө башланған. Ул көнөнә 300 кешене ҡабул итә аласаҡ.


2026 йылда «Беренсел звеноны яңынан йыһазландырыу» проекты эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр иткәйнеләр. Был программа буйынса беҙ әле үк Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үҙ проекттарыбыҙҙы яҡланыҡ. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем районда тағы 12 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк.

Арыҫлан Фәйзуллин, Учалы үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары