Саҡмағош районында «Әсәлек даны» миҙалына эйә булыусылар тағы ла берәүгә артты


Гүзәлиә һәм Борис Ғәлиевтар биш бала тәрбиәләй. Ғаилә башлығы төҙөлөш тармағында, уның тормош иптәше өҫтәмә белем биреү педагогы. Ғәлиевтар балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, ә иң мөһиме - улар бөтә йорт эштәрен бергәләп башҡара. Ғаиләнең йортонда һәр ваҡыт тәмле аш еҫе аңҡый. Әсәһенең аш-һыу әҙерләү серҙәренә ҡыҙҙары Розалия ла өйрәнә. Был эштән малайҙар ҙа ситтә ҡалмай. Мөхәббәт менән бешерелгән белештәр һәр ваҡыт уңа, тәмле һәм туҡлыҡлы килеп сыға.

Ғәлиевтарҙың балалары ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнә. Йәш быуын йәмәғәт тормошона ла йәлеп ителгән - төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Федераль кимәлдәге «Күп балалы ғаилә» проекты номинацияһында ла улар лауреат исемен яулаған.