Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың бәйләнештәре юл картаһында теркәлгән

Ул машиналар эшләү, нефть һәм газ химияһы, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, туризм өлкәһендәге проекттарҙы үҙ эсенә ала, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров. “Ҡаҙағстан премьер-министры урынбаҫары,  Хөкүмәт аппараты етәксеһе Галымжан Койбышев менән    юл картаһы буйынса берлектәге ентекле эш тураһында фекер алыштыҡ. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең ундан бер өлөшө Ҡаҙағстанға тура килә. Унда беҙҙең нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм пакер ҡоролмалары етештереү компаниялары вәкиллектәре эшләй. Беҙ сәнәғәт, төҙөлөш, энергетика тармағында хеҙмәттәшлекте киңәйтәбеҙ, берлектәге яңы проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Ауыл хужалығы, фән һәм мәғариф өлкәһендә үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытабыҙ. Өфөлә уҙған төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы  беҙгә яңы мөмкинлектәр асыр тигән ышаныста ҡалам,” тип яҙған Радий Хәбиров.