Өфө көслө иҡтисады һәм бай мәҙәни мираҫы булған үҙенсәлекле ҡала

Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында шулай тип белдерҙе. “Был сара ике илдең сауҙа- иҡтисадын үҫтереүгә ҙур этәргес булып тора”, тине Ҡасым-Жомарт Токаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡаҙағстан менән Рәсәй араһындағы тауар әйләнеше 27 миллиард долларға еткән. Рәсәй компаниялары полиэтилен, минераль ашлама, машиналар эшләү ҡорамалдары һәм башҡа тауарҙарҙы экспортҡа оҙата. Өфөлә  Рәсәй  һәм  Ҡаҙағстан төбәк-ара  хеҙмәттәшлек  форумы бөгөн тамамлана.