Стәрлетамаҡта тәүге "аҡыллы" светофор урынлаштырыла

Ул Блюхер урамында 1-се мәктәп һәм 5-се гимназия янында була, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. - Заманса аппарат инттеллектуаль система менән йыһазландырылған. Уның ярҙамында юлдағы хәл анализлана. Балалар өсөн юл аша сығыу хәүефһеҙ була, тип белдерҙе ведомство етәксеһе Любовь Минакова. Светфорҙы йыл аҙағына тиклем урынлаштырыу планлаштырыла.