Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Килемдәр өлөшө яҡынса 324 миллиард һум тәшкил итһә, сығымдар - 328 миллиард һум булыр тип көтөлә. 4 миллиард һум күләмендәге дефицит финанслау сығанаҡтары иҫәбенә тәьмин ителгән. Йәшәү сифатын яҡшыртыу, халыҡ һаулығын һәм именлеген һаҡлау, төбәк инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу - бюджет сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре.