«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы инженерҙары ерҙән йөрөүсе роботтар йыя


Дрондар һауала ғына түгел, ерҙә лә. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы инженерҙары алғы һыҙыҡта тиерлек ерҙән йөрөүсе роботтар йыя. Улар иң ҡатмарлы һәм хәүефле урындарҙа ҡулланыла. Үҙйөрөшлө арбалар һалдаттар үтеп инә алмаҫлыҡ ерҙәргә лә барып етә һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала ала. Тимер «һалдаттар» нимәнән эшләнә? Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Тимер арбаны ремонтлап сафҡа баҫтырыу мөмкин, ә бына кешене юҡ. Шуға ла «Матроскин» ҡушаматлы яугир бар белемен һәм оҫталығын үҙйөрөшлө арбалар эшләүгә йүнәлтә. Үҙе инженер, үҙе үк слесарь . Был һөнәрҙе ул Өфөлә заводта эшләгәндә үҙләштергән. Хәҙер уның белеме кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итә.

Ерҙән йөрөүсе дрондар алғы һыҙыҡта универсаль һалдат шикелле. Уны яугирҙар өсөн хәүефле урындарҙа төрлө маҡсатта ҡулланалар. Йәшеренеү өсөн төтөн таратыу, ылау ташыу, боеприпас алып барыуҙа, радиоэлектрон көрәш техникаһы йөрөтөүҙә ул алыштырғыһыҙ. Ҙурыраҡ арбалар хатта 150 килограмм ауырлыҡты күтәрә ала. Уның ярҙамында яралыларҙы эвакуациялайҙар. «Матроскин» әле танк минаһы һалыу өсөн дрон йыйыу менән шөғөлләнә.

Үҙйөрөшлө арбалар пилотһыҙ осоу апараттары ярҙамында һауанан идара ителә. Уны «Башҡортостан» полкы инженерҙары ябай металл профилдәренән һәм төрлө электрон техника өлөштәренән йыя. Тәгәрмәстәр мәҫәлән гуманитар ярҙам менән килтерелгән гироскутерҙарҙан сиселгән.

Ерҙән йөрөүсе дрондар махсус хәрби операцияла күптән уңышлы ҡулланыла. Матроскин да үҙе эшләгән үҙйөрөшлө арбаларҙың һыҙмаларын күләмле етештереүгә ебәрергә ниәтләнә. Шуға ла ул һәр хәрби задание һайын үҙ дрондарын камиллаштырып тора.

Айнур Кәбиров