Яҡташыбыҙ, талантлы ғалим Айҙар Ишмөхәмәтов Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡулынан юғары дәүләт наградаһын алды. Айҙар Айрат улы Рәсәй фәндәр академияһының Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшләү федераль ғилми үҙәге менән етәкселек итә. Үҙәктең ғилми коллективына Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәтенең 2024 йылғы премияһы тапшырылды.
Награда уға полиомиелитҡа ҡаршы беренсе Рәсәй инактивлаштырылған вакцинаһын уйлап тапҡаны һәм сәнәғәттә етештергәне өсөн бирелә. Ғалимдар уйлап сығарған технология илебеҙҙең эпидемиологик хәүефһеҙлеген һәм технологик суверенитетын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Ә Рәсәйҙә һәм күрше илдәрҙә институт булдырған лабораториялар селтәре был ҡурҡыныс сирҙән ышаныслы һаҡлай. Айҙар Ишмөхәмәтовты һәм уның коллегаларын ҡотлайым! Уңыштар һәм һаулыҡ теләйем, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.