Өфөлә йорт хайуандарын ҡайҙа бушлай стерилләштереү мөмкинлеге билдәле булды

Өфөлә аҙ тәьмин ителгән, инвалид һәм күп балалалы ғаиләләр йорт хайуандарын чиплай һәм стерилләштерә ала. Был процедуралар урамдарҙа ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарҙы бөтөрөү һәм уларҙың кешеләргә һөжүмен туҡтатыу маҡсатында ойошторола. Киләһе йылдың сентябренән Башҡортостан депутаттары тәҡдиме буйынса федераль законға үҙгәрештәр индереләсәк. Уға ярашлы республика ҡаҙнаһынан эттәрҙе чиплау өсөн ике йыл дауамында 30 миллион һум бүленәсәк. Яңы төҙәтмәләргә ярашлы, хужаһы йорт хайуанын бюджет аҡсаһына теркәргә тейеш була. Әле был проект Башҡортостан башлығы фонды һәм артабан баш ҡала мэры гранты ярҙамында ойошторола.

Чиплау процедураһы ҡәҙимге укол ҡаҙауҙан айырылмай. Чип - дөгө ҙурлығында, ул хайуандың тәне буйлап күсеп йөрөй ала, әммә сәләмәтлегенә тәьҫир итмәй, ти ветеринарҙар. Шулай уҡ, чип ярҙамында юғалған йорт хайуандарының хужаларын табырға һәм уларҙың иҫәбен алып барырға була. Шул уҡ ваҡытта берәҙәк эттәрҙең хужаһын табып, уны яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеге лә ҡарала. Тамға номерҙары буйынса мәғлүмәт дөйөм базаға индерелә. Бер чип хайуандың ғүмере буйына етә.