Халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итеү өсөн быйыл 60 мең ылыҫлы ағас хәстәрләү планлаштырала. Йәшел ҡупшыҡайҙар махсус урындарҙа, мәҫәлән, питомниктарҙа һәм ҡайһы бер урман участкаларында үҫтерелгән. Уларҙы ҡырҡыу өсөн Нуриман районы урмансыларының үҙ ысулы бар. Иң мөһиме, был эш экосистемаға зыян килтермәйенсә башҡарыла, йәғни махсус билдәләнгән урындарҙа ғына алып барыла.
Шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы кеүек ылыҫлы ағастарҙы ҡуйы урындарҙан ғына ҡырҡырға рөхсәт ителә. Был ысул ҡалған ағастарға ҡояш яҡтыһында тиҙерәк үҫергә ярҙам итә. Энәләрҙең ҡойолоуына юл ҡуймаҫ өсөн урмансылар яңы йыл биҙәген 10 градус һыуыҡҡа тиклемге һауа шарттарында әҙерләй. Шулай уҡ ҡырҡылған ағастарҙы һаҡлауҙың үҙ ҡағиҙәләре бар.