Сарала гүзәл заттар үҙҙәренең һәм балаларының һаулығын тикшертеп, табиптарҙан консультация алды, байрам тамашаһында ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө йүнәлештәге белгестәр менән аралашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.
Баш ҡаланан килгән гастроэнтеролог, эндокринолог, онколог, гинеколог, аллерголог һәм балалар табиптары көн дауамында 230-ҙан ашыу кешене ҡабул итте. Асыҡ академия майҙанында ҡул эштәре күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лекциялар менән айырым майҙансыҡ ойошторолдо. Яңауыл гүзәл заттары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева сығыш яһаны. Төбәктә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы саралары Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙа