Өфөлә Гөлдәр Шәбиеваның беренсе шәхси күргәҙмәһе асылды


Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориал йорт-музейында тарихи реконструктор Гөлдәр Шәбиеваның беренсе шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға ҡул эше оҫтаһының башҡорт традицион кейемдәре, Рәсәйҙең Эрмитаж, этнография музейҙарында һаҡланған милли биҙәүестәренең тура күсермәһен күрергә мөмкин. Улар зауыҡлы булыуы менән айырыла. Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы, шулай уҡ милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы ла күргәҙмәгә сығарған. Экспозиция аҙна аҙағына тиклем эшләй