Уҡыусылар ветеран-яугир менән осрашты

Шишмә районы "Патриот" паркында махсус хәрби операция ветераны, республика парламенты депутаты Артур Ғәлиев менән осрашыу булды. Бында өлкән класс уҡыусылары өсөн хәрби күнекмәләр ойошторолған. Дәүләкән ҡалаһынан 10-сы класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Хәбиәхмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

"Патриот" паркы Рәсәй Геройы  Максим Серафимов исемен йөрөтә. Бында йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге, тарихи мемориаль комплекс, музей, физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡа объекттар урынлашҡан.