Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Быйыл "Әҙәби флагман" исемен беҙҙең республика яуланы. Өфөлә "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһен уҙғарыуҙа ҙур баһа бирелде. Сара мәҙәни бренд тип танылды. Баһалама комиссияһы рәйесе Сергей Степашин белдереүенсә, еңеүсе прокттың девизы - "Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәттәр дуҫлығы". - Китап, мәҙәниәт, сәнғәт - берләштерә. Бөгөнгө шарттарҙа беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм. Әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, күп милләтле халҡыбыҙҙы юҡҡа сығара алмаясаҡтар, - тине Сергей Степашин бүләкләү тантанаһында.