Уның видеояҙмаһы социаль селтәрҙәрҙә киң таралған. Республикала йәшәүселәр Салауатҡа рәхмәт белдергән. Йырсы махсус хәрби операция башланғандан алып ижадын Башҡортостан һәм Татарстан хәрбиҙәренә бағышлай. Йәш башҡарыусы госпиталдәрҙә сығыш яһай. Яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн хәйриә концерттары ҡуя. Салауаттың атаһы Һамар өлкәһенең Ҡунаҡбай ауылынан. “Ир-егеттәрҙең рухын күтәреү өсөн туған телебеҙҙә йырланым. Башҡорттар – ҡыйыу яугирҙар. Милләтем менән ғорурланам. Салауат тигән бөйөк исемде атайым ҡушҡан, мин уға рәхмәтлемен”, - тип белдергән Салауат “Башинформ”агентлығына биргән интервьюһында.