Юл фажиғәһе бөгөн иртән ҡаланың Индустриаль шоссеһы урамында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «КамАЗ» водителе һулға боролғанда ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт иткән «Лада Приора»ны үткәрмәй һәм уның менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 19 йәшлек еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе һәләк була. Әле фажиғә урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.