Республикала Волга буйы федераль округында иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөлөшө тамамлана. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Сәфәр Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса үтте. Кононовский ауылы эргәһендә 6,2 миллиард һумлыҡ Волга буйы федераль округында иң ҙур һөтсөлөк-тауар фермаһы төҙөлә. Унда 4 мең баш һауын һыйырынан тәүлегенә 162 тонна һөт һауыу күҙаллана. Бында һауыу һәм һыуытҡыстың төп биналары фаҙаланыуға әҙер.
Башҡортостан буйынса баш инспектор Загородный ауылында район мәҙәниәт йортонда, Николаевкала агромәктәптә, Төрөшлөлә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. Биналарға ремонт һәм майҙандарҙы киңәйтеү мәсьәләһе менән халыҡ Ил Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иткән. «Район әүҙем үҫешә, социаль объекттарға ихтыяж арта. Мәктәптәр ҙә, ижад йорто ла киләсәк йылдарға төбәк инвестиция программаһына индерелгән. Уҡыусыларға, спортсыларға, уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эш шарттарын яҡшыртыу өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙән һанала», тип билдәләне федераль инспектор. Бынан тыш, Алексей Касьянов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм «Ватан һаҡсылары» дәүләт Фондының төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән аралашты. Эш сәфәренең йомғаҡлау өлөшөндәге кәңәшмәлә район етәксеһе, территориаль көс һәм күҙәтеү структуралары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында төбәктең йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһалды.