Әбйәлил районының 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә


Ирекмәндәр ярҙамға ашыға. Әбйәлил районының 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә.

Белем усағының ирекмәндәр ойошмаһына әле хаҡлы ялда булған уҡытыусы Земфира Мусина нигеҙ һалған. Уның эшен дауам итеүселәр махсус хәрби операция яугирҙарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Уҡыусылар айырыуса ихласлыҡ менән хаттар яҙа, маскировка селтәрҙәрен үрә. Шулай уҡ, яугирҙарҙың ғаиләләре иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, уларға ярҙам күрһәтелә.