Төбәк етәксеһе Ҡуян ауылында төҙөкләндерелгән һөт заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелгән предприятиела тәүлегенә 20 тоннаға тиклем һөт продукцияһы етештерелә. Көн тәртибендә Радий Хәбиров яңыртылған Йәштәр һарайын ҡараны, Изге Елизавета Романова иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты . Краснокама районына эш сәфәре тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким таныштыра.
Заманса сәнәғәт. Ҡуян ауылындағы Һөт продукцияһын етештереү заводы күләмле реконструкциянан һуң тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған. Предприятиены тергеҙеү маҡсаты биш йыл элек Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән инвестиция сәғәтендә ҡуйыла. Төбәктә өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелгән заводты яңыртыу өсөн 140 млн һум аҡса йәлеп ителгән. Был сумманың 40 миллионы төрлө кимәлдәге дәүләт ярҙамы. Уртаҡ көс менән заводта һөт эшкәртеү өсөн яңы цехтар асыла , инженер коммуникациялар алмаштырыла , цех бүлектәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла .
Цехтарҙа сифатлы продукция етештерелә - һөт, эремсек, ҡаймаҡ, ҡатыҡ һәм башҡа ризыҡтар һатыуға сығарыла . Яңыртылған заводта тәүлегенә 20 тонна һөт эшкәртергә мөмкин. Цех киңәйтелгәс ауылда яңы эш урындары ла булдырылған.
Никола-Березовка ауылында Елизавета Романоваға һәйкәл асыу урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған ваҡиға . Изге княгиня Кама йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо ауылда 1910 һәм 1914 йылдарҙа булған .Елизавета Фёдоровна иҫтәлегенә төҙөлгән һәйкәл сиркәү эргәһенә ҡуйылды. Тарихи объект бағыусылар көсө менән сафҡа индерелгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров биләмәлә тарихты һаҡлауға ҙур өлөш индергән ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Архив документтарына ярашлы, 16-сы быуатта Николо -Березовка ауылына билдәле сауҙәгәр, дәүләт эшмәкәрҙәре Строганавтар нигеҙ һалған. Уларҙың иҫтәлегенә ауылдаштар арт -объект төҙөгән. Проект «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылған. Ауыл тарихын һаҡлауға йүнәлтелгән объект «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу « номинацияһында билдәләнгән.
Район үҙәгендә капиталь ремонттан һуң асылған Йәштәр һарайы әүҙем үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең яратҡан ял урынына әйләнгән. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышты, йәштәр менән аралашты.
«Йәшлек төбәге « республика конкурсында еңеү яулаған объектты төҙөкләндереү өсөн 45 млн һум аҡса бүленгән. Был суммаға Йәштәр һарайында спорт залы , коворкинг , ижад майҙансығы , медиа-студия , уйын бүлмәләрен яңыртылған.
Октябрҙә Николо-Березовка ауылының Еңеү паркында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск ташы һалынған . Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватан һаҡсылары хөрмәтенә төҙөләсәк мемориалға сәскә гөлләмәләре һалды .
Флорида Ким