Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары республикала студент ғаиләләренә дәүләт ярҙамының ҡануни нигеҙҙәрен нығытырға ниәтләй. Мәсьәлә бөгөн мәғариф тармағында ғаиләләргә дәүләт ярҙамы темаһына арналған парламент тыңлауҙарында ҡаралды. Дискуссияла профилле төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ҡатнашты. Спикерҙар мәғариф тармағында ишле ғаиләләр, шулай уҡ балалы студент ғаиләләре проблемалары буйынса сығыш яһаны. Йәш ғаиләләргә медицина ярҙамы һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре, тыуым кимәлен күтәреүҙе тәьмин итеү буйынса саралар иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.