Өфө башҡорт рок музыкаһына сорналды. Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә «Көрәш һарайы»нда «Дәрүиш рухы» тип исемләнгән концерт үтте. Рок-музыка һөйөүселәрҙе йыйған мәҙәни ваҡиға төрлө быуын вәкилдәре өсөн ҙур байрамға әүерелде. Концерттан Башҡортостан башлығы ла ситтә ҡалманы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
90-сы йылдар башында милли йыр сәнғәте йөҙөн билдәләгән «Дәрүишхан» рок төркөмөнөң репертуарын хәҙерге быуын тамашасыһы ла яттан тигәндәй белә. Айырыуса, башҡорт йәштәренең бер сараһы ла «Урал байлығы», «Нисек барһың, тик шулай бул» йырҙарынан тыш үтмәй. «Дәрүиш рухы» рок-фестивалендә лә мәңгелек хиттар яратып башҡарылды. Беренсе тапҡыр яңыса форматта ойошторолған концерт рок стилендә ижад иткән хәҙерге быуын йырсыларын да бергә йыйҙы.
«Дәрүиш рухы» рок-концертында йәшләй ғүмерҙәре өҙөлгән башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалыусы ижадсылар дәүләт наградалары менән билдәләнде. Хәйбулла районының «Рух» халыҡ вокал-инструменталь рок-төркөмөн ойоштороусыһы Ғәзинур Биктимеровҡа, шул уҡ төркөмдөң йырсыһы, үҙешмәкәр композитор, бик күп йырҙар авторы Ирек Атановҡа һәм «Дәрүишхан» төркөмөнөң легендар солисы Дим Мәннәнгә Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Наградалар ижадсыларҙың яҡындарына тапшырылды.
Өфөлә күптән түгел асылған «Көрәш һарайы» спорт майҙансығы ғына түгел, мәҙәни һәм эшлекле саралар үткәреү өсөн махсуслашҡан комплекс булыуын күрһәтте. «Дәрүиш Хан», «Рух», «Ҡышҡы йәйғор»ҙар менән бер сәхнәлә, рок стилендә башҡарған хәҙерге быуын йәштәре лә сығыш яһаны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә концерттан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, сараның йәш башҡарыусыларға көс биреүен, ҡанат ҡуйыуын билдәләне.
Һәм сара ла һуңғыһы булмаҫ тип көтөлә. Концерт барышында төрлө бүләктәр уйнатылды. Әлшәй районынан тамашасы кеҫә телефонын алһа, тағы өс кеше гитаралы булып ҡыуанды.
Азат Ғәлиуллин